Анекдоты по башкирскому языку
Автор Анна петровна задал вопрос в разделе Прочее о городах и странах
анекдоты на башкирском языке с перевордом и получил лучший ответ
Ответ от
Бер йәш драматург – оло йәштәге тәнҡитсенән:
– Ағай, әйтегеҙ әле, яңы пьесама берәй яңылыҡ индерергә кәрәкмәйме?
– Кәрәк. Минеңсә, hинең төп геройың аҫылынырға түгел, ә атылырға тейеш.
– Ни өсөн?
– Атыу тауышына тамашасылар уянhын өсөн...
* * *
Концерт залында ултырған малай hорай:
– Атай, ә ниңә анау ағай йырлай ҙа, ҡулы менән дирижерға күрhәтә?
– Үҙ ғәйебен уға япмаҡсы булалыр.
– Иптәш директор, hеҙ hаман пьесамды уҡып сыҡмайhығыҙ. Ул hеҙҙең өҫтәлегеҙҙә инде дүртенсе йыл ята, – тигән
йәш драматург.
– Һеҙ пьесағыҙға шундай оҙон ғүмер бирелгәнгә шатланығыҙ ғына.
– Ни өсөн?
– Уны сәхнәгә ҡуйған булhаҡ, икенсе көнөнә үк оноторҙар ине.
Бер ханымды машина бәрә яҙып, эргәhенән бик ҙур тиҙлектә үтеп китә. Ханым, ҡурҡып, оҙаҡ ҡына ҡатып торала, милицияға шылтырата. Унан:
– Номерын иҫегеҙҙә ҡалдыр-ҙығыҙмы? – тип hорайҙар.
Ҡатын:
– Ниндәй номер ти, үҙем саҡ иҫән ҡалдым! Ә бына шофер мыҡты кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы, сөм ҡара күҙле, ҡыҫҡа сәсле, шаҡ ҡатырлыҡ матур, аҡ футболкала ине, – тигән.
Бер ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа малдарына бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә.
Быны ишетеп торған улы:
– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.
Атаhы, бик ныҡ асыуланып, улының ҡолағынан эләктереп ала ла:
– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малдарға ҡышҡылыҡҡа бесән етмәйәсәк, – ти.
Ҡарт менән ҡарсыҡ ҡунаҡҡа ике ҡыҙын саҡырған. Ҡыҙҙары ғаиләләре менән килеп, ҡунаҡ булған. Атай кеше балаларынан хәл-әхүәл hорашҡан. Бер ҡыҙы:
– Атай, беҙ күп итеп кирбес hуҡтыҡ, тиҙерәк кипhен өсөн эҫе көндәр кәрәк, hеҙ ҙә теләп тороғоҙ, ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙырhын ине, – тигән.
– Ярай, ҡыҙым, теләрбеҙ,– тигән ҡарт.
Икенсе ҡыҙы:
– Атай, беҙ күп итеп бойҙай сәстек. Беҙгә игенебеҙ үҫhен өсөн ямғыр кәрәк. Һеҙ беҙгә ямғыр яуыуын теләгеҙ инде,
– тигән.
– Әлбиттә, ҡыҙым, теләрбеҙ, теләрбеҙ,– тигән ҡарт.
Быны ишетеп торған ҡарсығы, асыуланып:
– Ҡартлас, ни эшләүең был? – тигән.
Ҡарт, көрhөнөп:
– Нишләмәк кәрәк, балаларҙың икеhе лә үҙебеҙҙеке бит, – тигән.
Ике башкорт урманга хунарга китткэн. Йорой торгас урманда азашкандар. Кыскырып тауштарын ултырткандар - бер кемдэ уларзы ишетмэй.
Берехе хорай:
- Урыстар азашха нимэ эшлэр ине?
Икенсехе:
- Хауага атырзар ине.
Хауага ата башланылар.
Шунан беренсехе эйтэ:
- Мин ботэн хауга атмайым .
- Нинэ?
- Уктарым ботто.
Ике әхирәт өсөнсөhө хаҡында:
– Ишеттеңме әле, Сәкинә вегетарианға кейәүгә сыҡҡан.
– Ҡарт кешегәме ни?
– Юҡ, улар бер ваҡытта ла ит ашамаясаҡ, шуға шатланам...
Представители трех районов Башкортостана решили поспорить, кто скажет самый короткий тост.
Ейэнсуралар эйтте: "Эйзэгез тотайыk"
Хайбуллалар эйтте: "Тотайыk"
Баймактар эйтте: "Йэ!!!"
Бер башкорт ниместэргэ эсиргэ тошкэн тей. Нимес быга:
- Шнель, шнель, арбайтен!!! -ти икэн.
- Шинелем юк, фуфайка кэрэкме? - ти икэн башкорт.
Назад
Можешь попукать ртом, всегда работало! Оьратиться ко мне в лс для перевода
Помогите перевести на русский язык фразу из анекдота, по-моему, с татарского языка.
Дословно: жопу прижав в Башкортостане сиди, фантазер
Литературно: закатай губу, не выеживайся
подробнее...