салават юлаев турахында инша



Башкортса экиэттэр

Автор Глюся Нурисламова задал вопрос в разделе Школы

Салават Юлаев турында инша, башкортса ( можно на татарском) Про честь и храбрость и получил лучший ответ

Ответ от Вахит Шавалиев[гуру]
Салауат Юлаевтың тормошо һәм яҙмышы хаҡындағы документтарҙың һәм шиғри әҫәрҙәренең бик аҙ өлөшө генә һаҡланған.
Салауат 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды ябай общинниктар иҫәбенә мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.
Салауат Юлаев 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡортостан башында тора. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар.
Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Юлай Аҙналин бик һәләтле, бай, аҡыллы һәм абруйлы кеше була. Башҡорттар уны бик ихтирам итә һәм улус старшинаһы итеп һайлай. Урындағы властар ҙа старшинаға ышаныс һәм хөрмәт менән ҡарай.
1768 йылда Ырымбур губернаторы кенәз Путятин үҙе Юлайҙы башҡорт командаһы старшинаһы итеп тәғәйенләй. Ләкин тиҙҙән сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала. Башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла.
Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла.
Балтика порты Рогервикка Петр I тарафынан нигеҙ һалына. Әммә башҡорт ихтилалында ҡатнашыусыларҙы Рогервикка килтергәндә ҡәлғә ташландыҡ хәлдә була. Унда ҙур булмаған бер гарнизон һәм аҙ ғына әсирҙәр ҡалған була. Салауат менән Юлай бында үҙ көрәштәштәрен: Пугачев полковнигы И. С. Аристовты, полковник Ҡәнзәфәр Усаевты һәм башҡаларҙы осрата. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә.
Тәхеткә Павел Беренсе күтәрелгәс, ҡәлғә коменданты Лангель ҡалған пугачевсыларҙы Таганрогка йәки Иркутскиға буҫтау фабрикаһына күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Сенат, уларҙың ҡасыуынан ҡурҡып, рөхсәт бирмәй. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй.
Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була.
… Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Башҡортостанда район, ҡала, урамдар, мәҙәни-ағартыу учреждениелары уның исеме менән аталған. Салауат районының Малаяҙ ауылында Салауат Юлаев музейы һәм Әлкә ауылында музейҙың бүлеге асылған. 1967 йылда уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге иң яҡшы ижад эше өсөн Салауат Юлаев исемендәге БАССР премияһы (1992 йылдан – Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы) булдырылды.
Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Әммә халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ титан булып һаҡлана.

Ответ от Ильгиз мингазов[новичек]
это на башкирском или на татарском ?

Ответ от 3 ответа[гуру]
Привет! Вот подборка тем с ответами на Ваш вопрос: Салават Юлаев турында инша, башкортса ( можно на татарском) Про честь и храбрость
Светлодарск на Википедии
Посмотрите статью на википедии про Светлодарск
 

Ответить на вопрос:

Имя*

E-mail:*

Текст ответа:*
Проверочный код(введите 22):*